+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
15 Апрель 2021, 12:35

АТАҠЛЫ БАШҠОРТ ШАҒИРЫ, МӘҒРИФӘТСЕ САФУАН ЯҠШЫҒОЛОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА 150 ЙЫЛ

БАШҠОРТ АҒАЛАРЫМА ХИТАПБыл заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.Һәр бер милләт мәғарифә чалышалар,Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.һәр урында төрлө милләт ҡуҙғалыша,Мәғариф, тәрәҡҡигә юлдар аса,Һеҙҙәр йоҡлап ятаһыҙ һәнүҙгәсә,Ниңә уянмайһыҙ һаман, башҡорттарым?

Хөрриәт сайәһе ергә төштө,
Һәр бер ҡәүем күләгәгә йүгереште,
Алғараҡ сығыр өсөн һикереште,
Һеҙҙәр ғафил ҡалаһыҙ, башҡорттарым.
Беҙҙән борон бабаларыңыҙ һиммәт итеп,
Башҡа төрлө ҡәүемдәрә ғәйрәт итеп,
Беҙгә ер-һыу ҡалдырҙылар мираҫ итеп,
Һеҙ ҡәҙерен белмәнеңеҙ, башҡорттарым.
Бәр бер халыҡ бергәләшеп, йыйылышып,
Думанан үҙенең хазын һорай.
Һеҙ йөрөйһөҙ ҡымыҙ эсеп, уйнап ҡурай,
Баш күтәреп ҡарамайса, башҡорттарым.
Һәр урында тырышалар, ер кәрәк, тип,
Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,
Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банка, нотариус, тип,
Ер һатырға әҙерләнеп, башҡорттарым.
Хур булырһыҙ үҙеңеҙ, ереңеҙ бөтһә,
Ғәйре милләттәр ҡулына кереп китһә,
Балаларыңыҙ ҡол булырҙар хохол, немецкә,
Ниңә шуны уйламайһыҙ, башҡорттарым.
Ереңеҙҙе хохол, урыҫ һатып ала,
Үҙеңеҙгә, уйлаһаңыҙ, бик аҙ ҡала,
Ни күрерҙәр бынан һуң тыуған бала?
Бик ғафил һеҙ, бик ғафил һеҙ, башҡорттарым
Үҙеңеҙ, балаларыңыҙ ҡалһа ерһеҙ,
Әлбиттә, торалмаҫһыҙ бер һөнәрһеҙ.
Бынан ары ошбуны фекерләп, һеҙ,
Уҡыу кәрәк, ғилем, һөнәр, башҡорттарым.
Һеҙгә лазым хәҙерҙән итеп һиммәт,
Мәғрифәтле халыҡтарҙан алып ғибрәт,
Мәғариф сайәһенә кермәк, әлбәт,
Тейешлелер һеҙҙәргә, башҡорттарым!
Һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт,
Уҡыуға, уҡытыуға ҡыйлығыҙ ғәҙәт.
Уҡыуҙыр донъя-ахирәттә сәғәҙәт,
Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!
Һәр тарафта уҡыу кәрәк, ер кәрәк, тип,
Ижтиһад итәләр арып-талып,
Кескенә ҡырмыҫҡанан үрнәк алып,
Һеҙ ҙә ғафил ҡалмаңыҙ, башҡорттарым!
Читайте нас: