+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Апрель 2021, 13:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ Яҙғы моңдар Тамсы тама: “Тып-тып-тып!”Ҡошсоҡ һайрай: “Сут-сут-сут!”Ҡояш апай саҡыра:“Әйҙә, тышҡа сыҡ-сыҡ-сыҡ!” Урамда йырғанаҡтарЙырлап аға: “Сыр-сыр-сыр!”Дим уйынсыҡ тракторынҺыу кистерә: “Тыр-тыр-тыр!” Кәртәнән бесәй Димгә:“Мыяу! — ти, — Мыяу! Мыяу!” —“Яҙғы боҙға ышанма,Уяу бул, уяу, уяу!” Ихатала тауыҡтарҠарҙы тибә: “Ҡыт-ҡыт-ҡыт!” —“Йәшел үлән сыҡ-сыҡ-сыҡ!Оҙайлы ҡыш кит-кит-кит!” Бишектән баш ҡалҡытыпТышты күҙәтә Ләлә.Яҙғы көнгә һоҡланып:“Әл-лә-лә, — ти, — лә-лә-лә!” Быуын нығытыу менәнТышҡа сығыр: топ-топ-топ!Миләштәге турғайғаТәҙрә шаҡый: тук-тук-тук! Сыңғырлаҡтары менәнЯҙ сәләмләй: “Сең-сең-сең!”

“Наҙлы ҡояшҡайым”, — тип,
Һеңлеһен һөйә Гөлсөм.
Гәлсәр боҙбармаҡтарҙы
Ел уйната: “Сың-сың-сың!”
Һәр ҡайҙа яҙғы моңдар,
Һәр ҡайҙа яҙғы тылсым!
Читайте нас: