-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Апрель 2021, 10:05
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Зөбәйҙә ИЛАМОВАЗООПАРККүктә асылған зоопарк —Бар мышы ла, арыҫлан,Килгән унда аҡ айыуҙар,Һыуыҡ яҡтан, алыҫтан. ...
ЗООПАРК
Күктә асылған зоопарк —
Бар мышы ла, арыҫлан,
Килгән унда аҡ айыуҙар,
Һыуыҡ яҡтан, алыҫтан.
Мөгөҙлө болан, эттәр
Аттар ярһып сабалар,
Африканан жирафтар!
Юлды нисек табалар?
Офоҡ ҡаплап уҙышалар,
Шаян ел ҡыуа арттан.
Баҡһаң, улар яралған бит —
Йөҙөп килгән болоттан!
Читайте нас: