+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
9 Апрель 2021, 20:10

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Турғайҙар.Турғайҙарға ем һалырғаЭшләп ҡуйҙым тағараҡ.Тағараҡҡа ем һалдым даМин торҙом оҙаҡ ҡарап.


Турғайҙар.
Турғайҙарға ем һалырға

Эшләп ҡуйҙым тағараҡ.

Тағараҡҡа ем һалдым да

Мин торҙом оҙаҡ ҡарап.
Ҡоштар унда йыйылдылар

Саҡырып көткән кеүек.

Сутылдашып һайрашалар

Рәхмәт әйткән кеүек.
Тағараҡтан емде ҡабып

Ергә осоп төшәләр.

Береһен-береһе суҡып

Һуғышып та китәләр.
Ашатығыҙ,ҡошҡайҙарҙы

Элегеҙ,тағараҡтар.

Ҡышын улар асыҡмаһын,

Үлә күрмәһен улар.

Ҡоштар бит беҙҙең дуҫтар!

Гөлшат Дәүләтова.
Читайте нас: