+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
8 Апрель 2021, 19:30

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

КӘЗӘ ҺАУҘЫМҠарап торҙом өләсәйҙең Кәзәләрен һауғанын, Ап-аҡ ҡына тамсы булып Һөт ямғыры яуғанын. «Мин дә һауайым әле!» тип Өләсәйҙән һораным, Урынына ултырҙым да Һөт яуҙырып ҡараным. Кәзә миңә боролдо ла Тибеп йыҡты һауытты.. «Өйрәнерһең әле!» тиеп Өләсәйем йыуатты.Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә,Ғафури районы.

Читайте нас: