+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
8 Апрель 2021, 11:15

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Өләсәйем. Атай-әсәй эштә саҡта Ҡалам өләсәй менән. Уның менән шундай рәхәт Өләсәй булһын гелән. Өләсәйем эшкә өйрәтә Гөлдәргә һыу һибәргә. Керҙәр йыуып,саң һөртөргә Иҙәнде һеперергә. Өләсәй менән икәүләп Сисәбеҙ күп йомаҡтар. Өләсәйем тәмле итеп Ҡоя йоҡа ҡоймаҡтар.

Өләсәйем менән бергә
Сүп утайбыҙ түтәлдә.
Йәйге эҫе көндәр торһа
Һыу һибәбеҙ һәр көндә.

Тағы өләсәй өйрәтә
Бәйләү-тегеү серенә.
Рәхмәтлемен өләсәйгә
Өйрәткән өсөн эштәргә.

Өйрәтә мине өләсәй
Нисек ҡамыр баҫырға.
Бәрәңге әрсеп,иҙән йыуып
Балаҫты таҙартырға.

Атай-әсәй ҡайтыуына
Тәмле аштар бешерә.
Егәрле минең өләсәй
Бар эшкә лә өлгөрә.

Өләсәйем әйтә миңә
Һәр эште белеү кәрәк.
Һәр бер эште өйрәнергә
Тик теләк кенә кәрәк.
Гөлшат ДӘҮЛӘТОВА,
Ғафури районы.
Читайте нас: