-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Апрель 2021, 10:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Аппаҡ Беҙҙең бесәй балаһы бар Уның исеме Аппаҡ.Хәс тә ҡар кеүек ул үҙе, Күҙ сағылдырғыс ап-аҡ! Йөнө йомшаҡ, шундай матур, Үткер, шаян, бик етеҙ. Мин унан ҡасып йәшенһәм Мине эҙләп таба тиҙ. Әгәр тышҡа сығам тиһә, Йүгереп йөрөп мыяулай. Тотоп алып иркәләһәм Битем-ҡулымдан ялай. Гөлшат ДӘҮЛӘТОВА.

Ҡурсаҡ

Өйгә бесәй алып ҡайттыҡ
Уның исеме Ҡурсаҡ,
Урамға ят бесәй керһә
Туҡмай-туҡмай ҡыуасаҡ!

Үҙе шундай бигерәк уҫал
Ул бит"Бирман"бесәйе.
Һеләүһенгә оҡшап тора
Ҡолағы оҙон йөнлө.

Морон ҡара, ҡолаҡ ҡара
Ҡара төҫтә ҡойороҡ.
Әйтерһең дә аяҡтарға
Кейгән ул ҡара ойоҡ.

Гөлшат Дәүләтова,
Ғафури районы.
Читайте нас: