+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
6 Апрель 2021, 12:05

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Аҡтүш Минең этемдең Исеме Аҡтүш. Йоҡлағанда ул Күрәме икән төш? Этемә быйыл Ун ике тулды. Ул бик ҡартайҙы, Һаңғырауланды. Ҡолағы ишетмәй, Саҡырһаң килмәй. Ашатыр өсөн Эҙләйбеҙ үҙен. Ул ҡарт кешеләй Саҡ килә яйлап. Ашағас һауытын Ҡуя ул ялап. Ашап бөтә лә Ҡойороҡ болғай. Күрәһең рәхмәт Әйтә ул шулай. Һуңынан кирелеп Атлай ояға. Кереп ята ла Йоҡоға тала.

Сәғәт

Сәғәт уҡтары әйләнеп
Бер туҡтауһыҙ текелдәй.
Ундағы тауыҡ һүрәте
Һис арымай ем сүпләй.

Меҫкен тауыҡ емдәр сүпләп
Себештәрен саҡыра.
Ә себештәр-һүрәт булғас
Бара алмайҙар янына.
Читайте нас: