+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
4 Апрель 2021, 11:05

ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ

ҠОЛОНҠолон әле аяҡланған,Тоя тик елде генә.Әй сайҡалып торған була,Барып үҙ белдегенә.Ер кендеге тоташҡанмыҠолоном кендегенә. Әйтерһең дә,Күҙ алдындаЯпраҡ бөрөһөн тиртте.Әсәһенең бауырынаҠолон моронон төрттө. Бер аҙ ғына тын алды лаАтлап китте ҡабаттан.Шул саҡ ҡолон иңдәренәҠундымы ни ҡанаттар... Гүйә, уның күҙ алдындаКүкрәп китте болоно.Тып-тып баҫып,Юртҡан була,Юртҡан була ҡолоном. Таянысы — тыуған ере,Ә ел — уның юлдашы.Ҡой(о)роғон һелккән була,Ташлаған була башын. Кешнәп кенә ебәрҙеме,Алдарында болоноЙылы бауыр аҫтарындаБер аҙ торҙо йылынып. Күҙ менән ҡаш араһындаЕлеп үтә болонон.Үҙе кешнәй,ТыуғанынаӘй, ҡыуана, ҡолоном...Тимер ЙОСОПОВ.

БЫУАТТАР АРАҺЫНДА...
Күҙ ҡоросо китерлек шул,
Шундай иркен баҫыуым.
Бала саҡҡа елеүемме,
Әллә унан ҡасыуым?
Күрәм һымаҡ
Бер малайҙың
Башаҡ сүпләп йөрөгәнен.
Ишетәмме
Уҫал елдең,
Көсөк һымаҡ, өргәнен.
Әсе йылдар ҡағылмаһын
Йөрәгем яраһына.
Йолҡонғанмын,
Килеп ингәс
Быуаттар араһына.
Тимер ЙОСОПОВ.
Читайте нас: