+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
4 Апрель 2021, 17:35

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Яҙ килде Зәңгәр шәлен бөркәнеп,Беҙгә Яҙһылыу килде.Ҡайындарға йәм-йәшелБөрө-алҡалар элде. Беҙгә матур яҙ килде,Бар тәбиғәт йәнләнде.Умырзая күҙен асты,Күк урманға йәм инде.Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Кәкүк
Тау артынан ҡояш ҡалҡа,
Ысыҡ әле кипмәгән.
Ә һин, кәкүк, эй, һанайһың,
Кемдең йәшен иртәнән?
Кәкүк-кәкүк, тип һанайһың,
Таңдан алып эңергә.
Көнөбөҙҙө һанама һин,
Юра оҙон ғүмерҙәр.
Ғүмер телә өләсәйгә,
Бәхет телә әсәйгә.
Ә беҙ һине саҡырырбыҙ
Йәйгеһен кәкүк-сәйгә.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: