+25 °С
Дождь
VK
Шиғри күстәнәс
3 Апреля 2021, 06:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

КүперБер һайыҫҡан асты бөгөнШыҡырлатып яҙ ишеген.Ебәк елдәр биләп алып,Тирбәттеләр яҙ бишеген.Наҙлы ҡояш йылытты лаСырҡылдашҡан турғайҙарҙы,Көлә-көлә шырҡылдаттыШәмәренгән илаҡ ҡарҙы.Оҙаҡламай ләйсән ямғырЯҙҙан йәйгә күпер һалыр.Һайыҫҡандың шыҡырығыЙәйҙең ишеген дә ҡағыр.Рита СОЛТАНОВА.

Читайте нас