-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
2 Апрель 2021, 12:05

МАҠТАНСЫҠ ВӘКИЛ. САМАТТЫҢ САМОКАТЫ

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС. ЗӨҺРӘ КАШАПОВАКөс ул миндә-бына тигән! –Тиеп маҡтанды Вәкил. –Эргәбеҙҙә ятҡан таштыАлып ташланы тәки!Атайым да аптыраны,Мин шул ташты күтәргәс,Һыңар ҡулға тотоп уны,Урамға атып бәргәс.Тик күршеһе Сәғит уғаШундуҡ бер һүҙ сәпәне:Уны бит кран күтәргәйне,Ниңә шуны әйтмәнең?! ...

Саматтың самокаты
Саматтың самокаты
Ҡыш буйы өйҙә ятты.
Яҙ килеп еткәс ергә,
Самат булды йөрөргә.
Урамға сыҡты алып,
Үләнде үтте ярып.
Артынан ҙур эҙ ҡалды.
Самат шуға һоҡланды.
  • Юғалмаһын, ҡас, - тине, -
  • Минең эҙгә баҫ! - тине.
    Читайте нас: