-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
31 Март 2021, 12:25

ҺАУМЫ, ЯҘ!

ШИҒРИ КҮСТНӘС. Зөбәйҙә ИСЛАМОВА ҺАУМЫ, ЯҘ!Яр буйында — тау битләүе,Килә тауыш “таҡ” та “туҡ”“Сыр-сыу” килеп төркөм балаҺуғып уйнай таҡта-туп.Ҡарҙан асылған ерҙәр,Гөрләй бала-сағалар.Малайҙар һыбай менеп “Сыбыҡ атта” сабалар.

Ә ҡыҙҙары өйлө уйнай
Өҫтәл тулы һый-хөрмәт.
Ҡаҙандағы ҡом бутҡаны
Тәмләргә килгән Хөрмәт.
Ҡайһылары “ластыр-лостыр”
Кисеү батҡаҡ табалар,
Бата-сума селтәр боҙҙа
Йырғанаҡтар яралар.
Шатланалар, оло, кесе,
Тамсы бейей ҡыйыҡта.
Ваҡыт еткәс Яҙ апайҙы
Тотоп булмай, тыйып та!
Читайте нас: