+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Март 2021, 12:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Икмәк Йүгерәм дә, һикерәм дә,Өйҙө биш урап сығам.Әсәй менән өләсәйҙе,Ирмәк итеп мин ҡасам. Әкиәттә икмәк ҡасаҺис кемдән ашалмайса.Мин дә ҡасам бүлмә буйлап,Төшкө аш ашамайса. Әсәй инде хәлдән тайған,Өләсәйем бирешмәй.Һыуый бутҡа ҡалағында,Бесәй тора килешмәй. Икмәк эләгә төлкөгә,Атай тора ҡаршымда.Өҫтәл артына ултыртып,Һыйпап ҡуя башымдан. Ҡуя һала йәһәт кенәЯратҡан әкиәтте.Тәмле бутҡа ялтырап ҡуя,Ашап ҡуйҙым икмәкте.Ас ҡалдырҙым төлкөнө!Зөһрә САФИНА-РӘХМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: