+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Март 2021, 11:15

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Хисмәтулла ЮлдашевЯҘ КИЛӘЯҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,Һынып ята талсыбыҡ.Сыбыҡ ҡабып алған ҡарғаҠышты ҡыумаҡсы булып.Сыбыҡтан ҡурҡып китергәБармай шул ҡыш ашығып.Ҡарғаға оя ҡорорға - ...Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап. ...


ЯҘ КИЛӘ

Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,

Һынып ята талсыбыҡ.

Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға

Ҡышты ҡыумаҡсы булып.

Сыбыҡтан ҡурҡып китергә

Бармай шул ҡыш ашығып.

Ҡарғаға оя ҡорорға - ...

Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.

Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,

Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.

Хәҙер һыуҙар ташып инде -

Тормаҫ улар тамсылап.

Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,

Тотоп алып талсыбыҡ.

Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!

Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!

(Х.Юлдашев)
Читайте нас: