-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
25 Март 2021, 12:30

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Ике аяғым Әсәй мине кейендерә, Итекте кейәм үҙем! “Уң аяҡ – матур аяҡҡа Тәүҙә кей, – ти, – бул түҙем!” Уйын бөтөп ҡуймаһын, тим, Йәһәт кейәйем дә һуң! Ике аяғым да матур, Ике аяғым да уң!Земфира АҠБУТИНА.

Сулпы таҡтым сәсемә

Толомлап үреп ҡуйҙым да
Сулпы таҡтым сәсемә.
Әберкәле күлдәк кейгәс,
Оҡшап торам әсәмә!
Камзулым да бик килешә,
Сулпы сыңлай сәсемдә.
Матур итеп бейеп киткәс,
Тәңкә моңо сәселә!
Земфира АҠБУТИНА.
Читайте нас: