+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
24 Март 2021, 12:30

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ҠЫШБИКӘ ИНӘЙ ИЛАЙ Күҙ йәштәренә мансылып Ҡышбикә инәй илай, Йыуатып ҡарағайным да Һис тә йыуатып булмай. Сөнки Ҡышбикә инәйҙең Ваҡыты инде уҙған, Хәҙер инде тәбиғәткә Яҙһылыу хужа булған. Ҡышбикә китмәҫкә теп Ҡар булып яуып ҡарай, Аҡ селтәр шәлдәрен ябып Ағас сәстәрен тарай. Яҙһылыу инде юлда тип Ҡарғалар хәбәр бирҙе, Оҙаҡламай яҙ йырсыһы Сыйырсыҡтар килер инде. Ҡышбикәнең күҙ йәштәре Тып-тып ергә тамалар, Тамған ерен өңөп кереп Ҡар иретеп ағалар. Илама инде, илама Эй, Ҡышбикә инәйем, Ҡыш бабай китте бит инде, Ниңә һин дә китмәйһең? Ҡырпаҡ айы башланғас Тағы ла килерһегеҙ, Ҡыш тигән матур миҙгелдә Иркенләп йөрөрһөгөҙ. Көн менән төн тигеҙләште, Бөгөн Наурыҙ байрамы, Һау бул, Ҡышбикә инәйем, Күрешербеҙ Ҡыш тағы! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә.

Читайте нас: