ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Күмер самауырТирләп-бешеп өҫтәлгәКилеп баҫты самауыр.Ялтлап тора ҡорһағы,Мыш-мыш итә танауы. Ҡустым кеүек үҙе ләКүмер ярата икән.Өләсәйҙең толомолайБыуын тарата икән. Бер ситтә ултыраларСынаяҡтар көлөшөп.Уртала яңы бәлеш,Һәр кем ҡабыр өлөшөн. Сиҡылданы самауыр,Ул ҡуҙлы күмер икән.Баллап сәй эсеүҙәреҮҙе бер ғүмер икән.Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.