+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
22 Март 2021, 10:10

ШИҒРИӘТ КӨНӨНӘ - ШИҒРИ КҮСТӘНӘС!

ЯҘ СӘЛӘМЕСағыу нурын һибә-һибә,Ҡояш яһай белдереү:“Яҙ һылыуы менән бергә,Киләм һеҙгә, елдереп! Оҙаҡламам,алып киләм,Алтын нурҙарға сорнап –Йылы ямғыр, йылы көндәр,Күктән һибергә услап. ... Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

ЯҘ СӘЛӘМЕ
Сағыу нурын һибә-һибә,
Ҡояш яһай белдереү:
“Яҙ һылыуы менән бергә,
Киләм һеҙгә, елдереп!
Оҙаҡламай алып киләм,
Алтын нурҙарға сорнап –
Йылы ямғыр, йылы көндәр,
Күктән һибергә услап.
Йырғанаҡтар “селтер-селтер”,
Юлдан ағыр сөбөрләп.
Ҡоштар ҡайтыр йылы яҡтан,
Моң тулып һайрап, гөрләп.
Баш ҡалҡытыр умырзая,
Аҡ селтәрҙәрен ташлап,
Һары сәскә – бәпембәләр,
Сәләмләр Яҙҙы башлап!”
Читайте нас: