+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
22 Март 2021, 21:35

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

МИҢЗӘЛӘ ХӘЛИЛОВА.ЙОҠОСО ЯҘ!Алдашмай ғына әйтегеҙ! Кем үпкәләтте яҙҙы? Төнө буйына туҡтамай, Ҡар яуҙы ла ҡар яуҙы! Һанаулы көн ҡалды мартта, Етә инде ап(е)рель. Яҙ тыуырға оҡшамаған! Көн дә буран, көн дә ел! ...

Арыны һыуыҡтан халыҡ,

Йылы көтә һағынып.

Ә яҙ рәхәтләнеп йоҡлай

Ҡар-юрғанын ябынып.

Кемгәлер үпкәләгән бит,

Нимәгәлер ҡылтайған !

Ҡыштың үтеп киткән мәлен

Әллә күрмәй ҙә ҡалған?

Уятығыҙ Яҙһылыуҙы!

Йоҡлап ятмаһын улай!

Тик иртә уянғандарға

Бәхет өләшә Хоҙай!

Бәхетле булһын яҙыбыҙ,

Ҡояшлы көндәребеҙ!

Тик бер-нисә көндө имен

Үткәреп ебәрегеҙ!
Читайте нас: