Ҡыйыҡта ялтырай боҙбармаҡ,
Емелдәп саҡыра — һин барма!
Их, тора эленеп, ул “һурғыс”,
Әй, ҡыҙа күҙ, ҡармаҡ — ҡаптырғыс!
Үрелде Марат, инде ҡыйыу,
Теле менән боҙҙо тәмләне —
Хәҙер ул “мөңгөрләй” бәләле:
"Яя-ярҙам итегеҙсе, нишләйемм?
Телемде боҙбармаҡ “тешләне”!
... Асылған ауыҙы ябылмай,
Ярҙамға бер кем дә табылмай!
Онотҡан һүҙҙәрен әсәйҙең,
Ҡатлап өйрәткән өләсәйҙең:
- Әгәр ҙә боҙбармаҡ ялаһаң,
Аҡ ҡарҙы, һин, услап ашаһаң —
Сырхауҙар ҙа йығыр яғалап...
- Бер ваҡыт онотма һин шуны,
Боҙ һәм ҡар — алдатҡыс, бел уны!