-10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Март 2021, 21:45

ӘСӘКӘЙЕМ - КҮҘ НУРЫМ!

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ Аҡбуҙат #ӘсәкәйемҡәҙерлемАБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВ Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,Унда күпме ынйы бар! ....

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

Әсә күңелен дала тиҙәр,

Ул тылсымлы, киң дала.

Ошо күңелдән башлана

Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә

Аҡ юлдары донъяла!

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

Унда күпме яҡтылыҡ!

Шул күңелдең яҡтыһынан

Тормош тағы балҡып китә,

Ерҙә арта яҡшылыҡ!

(А.Игебаев)

Читайте нас: