-10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
6 Март 2021, 11:10

ӨЛӘСӘЙҘЕ ҺАҒЫНЫП

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында йәшәгән Гөлнара Иҫәнғолованан шиғри күстәнәс.#Аҡбуҙат#ӘсәкәйемҡәҙерлемӨләсәйҙе һағынып Өҫтәлдәге еҙ самауыр, өйҙө йәмләп ултыра. Оләсәйем ҡойған ҡоймаҡ, ауыҙҙа иреп тора. ...

Һеңлем менән икәүләшеп,
йәйҙе зарығып көтәбеҙ.
Ауылдағы оләсәйҙе,
һағынышып бөтәбеҙ.

Өҫтәлдәге еҙ самауыр,
өйҙө йәмләп ултыра.
Оләсәйем ҡойған ҡоймаҡ,
ауыҙҙа иреп тора.

Оләсәйем тауыҡтары,
шул хәтлем матур йырлай.
Иркә бесәй Мурка ла,
аяҡ аҫтында мырлай.

Ҡустым менән ярышып,
йомортҡалар ташыйбыҙ.
Шарт та-шорт утын ярабыҙ,
ауыртмаһын башығыҙ.

Оләсәйҙең эше бик күп,
беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ.
Таңдан тороп һәүкәшкәйҙе,
беҙ көтөүгә илтәбеҙ.

Һәүкәшкәйҙең һөтөн һауып,
ҡаймағын айыртабыҙ.
Бәйле торған Муйнаҡтың да,
тамағын ҡайғыртабыҙ.

Ҡармаҡ тотоп күл буйына,
аҙаҡ төшөп китәбеҙ.
Эх,рәхәт тә һуң ауылда,
шулай беҙ ял итәбеҙ.

Ә,әлегә,тышта һыуыҡ,
өйҙә генә ятабыҙ.
Бармаҡ менән һанай-һанай,
йәйҙе яҡынайтабыҙ.
Читайте нас: