+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
2 Март 2021, 13:20

"ТАТЫУ ҒАИЛӘ КӨНӨ" МЕНӘН!

“БӘХЕТ ҠОСАҒЫ!”Бәхет - нимә? Ниндәй төҫтә була?Кем белгән дә, уны кем күргән?!Юрағанда теләктәрҙең ағын -Бәхет ебен кемдәр һуң үргән?!

Тәмләп ҡарап булмай ул Бәхетте,
Еҫен тойоп булмай - сөнки юҡ!
Тотоп алып, ысҡындырмай ҡулдан,
Күкрәгеңә ҡыҫыу, мөмкинме? - Юҡ!
Бәхет! Бәхет! Тәрән - хис тойғоһо,
Аңлатмалы бик ҙур төшөнсә,
Тоя белгән - уны аңлай белер,
Ваҡытында әгәр, төшөнһә! ...
...Бәхеттер ул, әгәр, атай-әсәй
Көткән йорттоң уты дөрләһә,
“Тамыр тирткән” нәҫел ебең һинең -
Яңы быуын, шунда “гөрләһә”! -
Ожмах сағылышы – булыр шул саҡ,
Йылы нурлы - ғаилә усағы!
Урап-сорнап бәплә, һаҡла уны,
Тап ошолор – “Бәхет ҡосағы”!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Читайте нас: