Күреп ҡалғас ҙур сысҡан,
Диван аҫтына ҡасҡан.
Бына көлә әсәйем:
Ҡурҡаҡ таһа бесәйең!
Бесәй әйтә:
– Тороп тор,
Көн дә, – ти, – һөт биреп тор,
Тиҙ үк үҫеп етермен,
Һунарға, – ти, – китермен.
Ҡыҙыллыҡ килмәҫ йөҙгә,
Бер сысҡан инмәҫ өйгә!
(Рәмзәнә Абуталипова)