+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
23 Февраль 2021, 14:55

ТЫУҒАН ИЛЕМ, ҒӘЗИЗ ТӨЙӘККӘЙЕМ!

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС#ТуғанТелдәрКөнө2021#АҡбуҙатЖурналыТыуған илем, ғәзиз төйәккәйем,Бармы ерҙәр һинән гүзәле?Күлдәр, йылғаң, тауың, урмандарың —Хозурлыҡтың берҙәм үҙәге. ...

Тыуған илем, ғәзиз төйәккәйем!
Тыуған илем, ғәзиз төйәккәйем,
Бармы ерҙәр һинән гүзәле?
Күлдәр, йылғаң, тауың, урмандарың —
Хозурлыҡтың берҙәм үҙәге.
Шифа һыулы сығанаҡтар ере —
Бармаҡтар ҙа етмәй һанаһаң,
Башҡорт балың, ҡымыҙҙарың менән
Бар донъяға даның таралған.
Ҡайҙа үҫә тағы тажлы ҡурай?
Талғын елдә сихри көй көйләп,
Ҡулдарыңа алып бер тын өрһәң,
Үткәндәрҙе бирә ул һөйләп.
Башҡа илдә күреп буламы һуң —
Ап-аҡ ҡышты, йәмле яҙҙарҙы,
Йәйҙәрҙән һуң мул уңышы менән
Алтын келәм йәйгән көҙҙәрҙе?
Ер шарында ҡабатланмаҫ ил һин —
Башҡортостаным — ғәзиз төйәгем!
Киләсәккә өмөт менән ҡарап:
“Илем!” — тип, типһен һәр кем йөрәге!
Зөбәйҙә Исламова
Читайте нас: