+29 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
23 Февраля 2021, 09:00
БАЙРАМ КӨНӨНӘ ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
ӘМИР ҺАЛДАТ—Әрмеләргә барам — тиеп,Моҡсайын йыя Әмир: ...
ӘМИР ҺАЛДАТ
—Әрмеләргә барам — тиеп,
Моҡсайын йыя Әмир:
—Атай, ҡайҙа итектәрем,
Кейгәнме әллә, Сәмир?
—Йәшел генә гимнастеркам -
һаман да түгел әҙер?!
— Тормағыҙсы йылмайышып —
Машинам китә хәҙер!
Ҡараштары ҡыйыу, етди,
Тора ул биреп әмер.
Хеҙмәт сафына баҫырға —
Бөгөндән әҙер Әмир!
З.Исламова
Читайте нас