#ТуғанТелдәрКөнө2021#Аҡбуҙатжурналы
халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан флешмобҡаҡушылығыҙ, дуҫтар!!!Рәми ҒАРИПОВ***Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,Мин кешегә сикһеҙ ышандым.Шуға ла мин йәнем-тәнем менәнКүрә алмайым төрлө мещанды.Ул ағыулай һулар һауамды ла,Ул йәберләй минең телемде,Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менәнСәскәләрен өҙә илемдең.Ҡулдарымдан килһә, мин уларҙыАҫып ҡуйыр инем сәсенән.Тик ҡулымдан килмәй!Улар күптәр, -Шуға әрнеп, шуға әсенәм...Шуға ла мин васыят итеп әйтәмКешеләргә, эшсән халҡыма:Таҙартһындар ерҙе шул дошманданМатурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!