+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
20 Февраль 2021, 17:10
ТУҒАН ТЕЛКӘЙЕМ!
ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨНӘ, ШИҒРИ КҮСТӘНӘС. Зөбәйҙә ИСЛАМОВА- Телең бармы? Ҡайҙа телең? -Минән һорай нәнәйем.
Телең бармы? Ҡайҙа телең? -
Минән һорай нәнәйем.
Инде хәҙер тел күрһәтеп,
Уны үсекләмәйем.
Сөнки, ҙур үҫкәнмен мин,
Был һорауҙы аңлайым.
Телем бар! Тел асҡысым -
Нәнәй, инәй, атайым!
Һорауына яуап алғас,
Әй, шатлана нәнәйем. -
Шулай ҡыҙым, күгәрсенем,
Бәпескәйем, тәнәйем,
Ҡалай тәмле, ҡалай татлы
Балдай , майҙай, телкәйең.
Атай-инәй кеүек ғәзиз,
Һинең - Туған телкәйең!
Ҡәҙерлә уны, вариҫым -
Ейәнсәрем, кес кенәм,
Саф шишмәләй моңло йырлы
Телкәйеңде, бергенәм!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан