+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
19 Февраль 2021, 01:08

РӘМИ ҒАРИПОВ. БӨЙӨК БЕР ТЕЛ! ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ҮТКӘС ...

Халҡым тел тыуҙырған.Бөйөк бер тел!Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙарыҒәмһеҙ ҡарай уның юлына?Шул ғәмһеҙлеккүҙгә күренмәгәнКөрәк тотмағанмы ҡулына?

Егерме йыл үткәс...

Егерме йыл үткән.
Егерме йыл! –
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә.
Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
- Ҡайтҡан, имеш, - тиеп,
Һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.
Бына бөгөн дә ул,
Сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы...
Бер үк төш!
- Хас элекке төҫө,
Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш,
Шул килеш...
Тере микән әллә,
Йөрөй микән
Сит илдәрҙә генә тилмереп?
Әллә инде уйлап ҡуйа микән:
“Булһа ине, тиеп, бер күреп?..”
Изге төштәр!..
Һис бер юрау, яуап
Табалмайһың һин был төштәргә,
Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.
Егерме йыл үткән...
Егерме йыл –
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине тағы
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!
Читайте нас: