-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
17 Февраль 2021, 19:55

ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

221-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Исламғолованан шиғри күстәнәс.

ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР
Йәшәй улар урманда
Ҡышҡыһын да, йәйен дә.
Ҡышын һыуыҡ булғанда
Ҡыйыныраҡ уларға.
Һәр береһе үҙ эшен,
Үҙ файҙаһын күрһәтә.
Ҡуян ҡурҡа барыһынан:
Айыу, бүре, төлкөнән.
Бүре инде асыулы,
Аҙыҡ эҙләй һәр ерҙән.
Төлкөгә лә еңел түгел
Ҡышын хәйлә ҡорорға.
Айыу ғына йылыла,
Өңөндә табан һура.
ҠУЯН
Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына
Саба ла, саба бына.
Ҡурҡыныс килеүен ул,
Һиҙә бит ҡайҙан ғына.
БҮРЕ
Һоро тунын кейә лә
Бар урманды ҡыҙыра.
Төлкө менән ҡуянды
Ҡурҡыта ла ҡурҡыта.
ТӨЛКӨ
Хәйләкәр генә үҙе,
Ҡуянға һөжүм итә.
Уны ла тота алмаһа,
Ауылға барып етә.
АЙЫУ
Үҙе ҙур, һоро туны -
Урмандың ул хужаһы.
Ҡыш етһә, яҙға тиклем
Йоҡлай ҙа йоҡлай үҙе.
Читайте нас: