+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Февраль 2021, 12:40

РӘМИ ҒАРИПОВ. УҠЫТЫУСЫМА.БАЛА САҠ

12 февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы - Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуған көнө. ШИҒРИ КҮСТӘНӘС. Бала булып булмай, тик бала саҡ — һәр саҡ ҡайтып килә торған ил,Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.һин донъяны яҡын күргең килһә,Бала күҙе менән баҡ уға:Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,Иҫең китерлек бит донъяға!Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ тиеп, һаманБолоттарға һуҙһам ҡулымды.Ҡояш! Әй һин, балалыҡ ҡояшым, Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Салауат районының почётлы гражданы Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуған көнө. Ул 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. (Википедия)
УҠЫТЫУСЫМА
Мәрйәм апайға
Ниндәй бәхет —
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған Кеше табыуы!
Шатлығымдан
Бик-биҡ түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.
Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын, һеҙҙе,
Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер хистәрем.
һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
һис бер килмәй
Сереү алтынға. Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була
Тиҙ булһа ла йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!
ҠОЛОНСАҠ
Сабып килә ҡолоном,
Текә һуғып тояғын.
Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө
йәмгә күмә ян-яғын.
Янып торған сылт ҡара ул,
Ял-ҡойроғо ялтырай.
Күгәүендәр ҡунған булһа,
Түшкенәһе ҡалтырай,
һай, ҡарасман, ҡалай һомғол,
Юртҡан була бит әле!
Ауыҙлыҡлап атланырмын,
Арҡаң нығып ет адо!
Аҫау булып ажғырырһың,
Сапсынырһың, ҡолоном,
йырлап ҡына эсерермен,
Ашап туйғас һолоно.
Күкрәҡ ҡағып юрғаларһың,
Ялың һыйпап һөйөрмөн.
Ҡарасманым, ҡолонсағым,
Бала сағым, тиермен.
Читайте нас: