-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
10 Февраль 2021, 20:29
УҠЫУСЫЛАР ИЖАДЫ
ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ СЕРАФИМОВКА ӨСӨНСӨ МӘКТӘБЕ УҠЫУСЫЛАРЫНЫҢ ИЖАД ЕМЕШЕ. РӘХМӘТ, ӘМИР, БУЛАТ, ЛИЛИӘ! УҠЫУЫҒЫҘҘА УҢЫШТАР ТЕЛӘЙБЕҘ!
Әмир ШӘФИҒУЛЛИН
ТУҒАНДАРЫМ, ДУҪТАРЫМ
Минең өсөн тыуған яғым –
Туғандарым, дуҫтарым!
Бергә-бергә күңеллерәк,
Донъялар ҙа яҡтыраҡ!
Бер телдә аралашабыҙ,
Бер ерҙә беҙ йәшәйбеҙ.
Туған телде, тыуған илде,
Ҙурларбыҙ, ҡәҙерләрбеҙ!
Ҡурҡмайбыҙ бер нәмәнән,
Беҙ көслө һәм егәрле.
Тыуған яҡтың, тыуған илдең,
Тыныслығын һаҡларбыҙ!
Булат
ХӘЙРЕТДИНОВ
ЕРЕБЕҘ – ҘУР ШАР
Еребеҙ – ҙур шар,
Шул шарҙа үҙебеҙ бар.
Илебеҙ бар, телебеҙ бар,
Ғәзиз атай – әсәй бар.
Ер шары әйләнеп тора,
Көн артынан көн тыуа.
Һыуыҡ ҡышҡы айҙарҙан һуң,
Йәмле, йылы яҙ килә.
Бер туҡтамай ер шарыбыҙ,
Әйләнеп кенә торһон.
Беҙҙең изге эштәребеҙ,
Емештәр биреп торһон!
Лилиә ФӘХРӘЗОВА
ТЫУҒАН ЯҒЫМ КӨҘГӨҺӨ
Таҙа һыулы Ҡандракүлем –
Тыуған яғым көҙгөһө.
Ҡояш көлөп ҡарай уға,
Һибеп йылы нурҙарын.
Күл буйында аҡ ҡайындар,
Нисек эйелеп үҫкән!
Һоҡланып, матур беҙ, тип,
Ҡарап торалар микән?
Яҙҙар етһә аҡҡоштар ҙа,
Осалар күлгә табан.
Тыуған яғым көҙгөһө,
Үҙенә тарта икән!
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла