-7 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
10 Февраль 2021, 16:20
ТӨЛКӨ МЕНӘН ҠУЯН (әкиәт)
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС.Төлкөбикә бик ыҫпайТунҡай алған баҙарҙа.Шатлығы эскә һыймай,Маҡтанмаған ҡайҙарҙа!
ТӨЛКӨ МЕНӘН ҠУЯН
(әкиәт)
...
Итәк сите, ҡойроғо —
Ап-аҡ ҡына ҡаймалы.
Алтын ише төҫкәйе,
Яғалары уймалы.
Ҡайтып килһә маһайып,
Осраған зирәк ҡуян.
Бар этлектәре өсөн,
Итергә булған зыян.
—Төлкө, төлкө ҡылансыҡ,
Алырмын мин һинән үс.
Тотоп ҡара һин мине —
Күрһәтермен кемдә көс!
Ҡуянҡай елдәй осҡан,
Артынан төлкө төшкән.
Ағас ботағы тейеп,
Туны йыртылып бөткән.
Күреп ҡалып был эште,
Төлкөнән ҡасҡан көлкө.
Һунар итмәҫлек булған,
Ҡуянға башҡа төлкө!
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"