-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Февраль 2021, 12:53

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

Шиғырҙарҙы 221-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвира Исламғолова уҡый.

  • ***
  • Өләсәйҙә ауылда

    Ниҙәр генә күрмәҫһең:

    Һарыҡ,кәзә,һыйыр,аты

    Тауығы ла бар бында.

    Бесәйе өйҙә генә

    Йылыла һөтөн эсә.

    Ә эт инде меҫкен тышта

    Һаҡлай уларҙы көн дә.


    Һарыҡ

    Һарыҡ йөнө ҡалын була,

    Аҡ була, ҡара була.

    Бейәләй,нәскей бәйләһәң,

    Ҡышын бик йылы була.


    Кәзә

    Кәзә мөгөҙлө була,

    Мамығы йылы була.

    Һөтөн биреп ҡыуандыра

    Ҡаланан ҡайтһаҡ беҙ ҙә.


    Һыйыр

    Һыйыр әйтә: мө-мө,

    Кетеүҙән ҡайттым инде,

    Үләнде ашап туйғас,

    Һөтөм йүгерә инде.


    Ат

    Аттар саба топ та топ

    Ҡара һин мине тотоп.

    Әгәр тотһаң егерһең,

    Ауыр йөктәр ташырбыҙ.

  • Бесәй

    Эсеп ала ла һөт, сәй

    Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй.

    Ә сысҡан күреп ҡалған,

    Ҡолағын тешләп алған.


    Эт

    Беҙҙең этебеҙ Аҡбай

    Сөнки аҡ төҫкә ул бай.

    Тормошо ауыр булһа ла,

    Һәр ваҡыт беҙҙе һаҡлай.


    Тауыҡ


    Көн дә ем сүпләп туя ла,

    Өләсәйҙе саҡыраш.

    Ҡыт-ҡытаҡ та ҡыт-ҡытаҡ тип,

    Йомортҡа һалып бирә.
    Читайте нас: