Оло кеше дауам итә:
- Яратһаң тыуған ерең,
Ҡояш ҡалҡҡан саҡта, таңда
Һандуғас асыр серен.
Хатта үләндәге ысыҡ
Күҙ ҡыҫыр һиңә йым-йым.
Йоҡоңа баш була алмай
Ятһаң, күрмәҫһең тылсым.
Атаң-әсәң һоҡландырып,
Уҡыр кәрәк "5"- легә.
Һандуғас телен аңлайҙар
Тик аҡыллы кешеләр!
...Бөгөн иртән иртүк торҙом,
(Тапманым башҡа сара?!)
Һандуғас серен аңларға
Урманға китеп барам.