+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
27 Ғинуар 2021, 20:10

СӘКӘН ҺУҒА МАЛАЙҘАР

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС.Шатлыҡтары “эскә һыймай”,Бүректәр оса күккә.Еңелгәндәр бирешмәйҙәр,Отолмағандар — күпкә!

Бишмәт, бүрек, бейәләйҙәр,
Аяҡта — төплө быйма.
“Ут” малайҙар сәкән һуға,
Йылғала туңған быуа.
Бер-береһен этеп-төртөп
Уйнайҙар янып-бешеп.
Ҡыҙарышҡан бит-танауҙар
Тормайҙар һис тә өшөп.
Инде ҡояш күптән батҡан,
Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Нишләп икән ҡышҡы көндөң
Сәғәте шулай ҡыҫҡа?
Ә малайҙар һис бошонмай,
Ай яҡтыһына риза.
Бик көттөргән тәүге шайба
Ҡапҡа төбөнә уҙа.
Шатлыҡтары “эскә һыймай”,
Бүректәр оса күккә.
Еңелгәндәр бирешмәйҙәр,
Отолмағандар — күпкә!
Таң аттырып көн тыуғанын,
Эй, көтәләр малайҙар.
Әллә төштә лә сәкәндән,
Айырыла алмайҙар?
Читайте нас: