+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
24 Ғинуар 2021, 18:30

ТЫЛСЫМЛЫҠАЙ ТАЛСЫБЫҠ

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС.Талсыбыҡты “йүгәнләнем”Саптар аттан кәм түгел,Эй, сабамын урам буйлапҠыуып етмәҫһең, еңел. ...

Сапҡан аттан ҙур матайға
Әйләнде талсыбығым,
“Газ”ға баҫһам, эй, “үкерә”,
Ҡасығыҙ юлдан сығып!
Елдерәмен бер саптарҙа,
Бер матайҙы ҡыҙҙырам,
Тылсымлы, һай, талсыбығым—
Барығыҙҙы уҙҙырам.
Өйҙә әсәй ыштанымдың
Күреп ҡалды йыртығын,
Хәҙер инде талсыбығым,
“Йырлай” әсәйҙең йырын.
Читайте нас: