Кәнфит һорап Тәмлетамаҡ
Бәләләшә ер тырнап.
Ашты ситкә этеп ҡуя:
«Ашаһын, – ти, – Еҙтырнаҡ!»
Ололарҙы тыңламағас
Күп тештәре серене.
Һыҙлап теше йонсотҡайны
Бер төшөндө серенә.
Һыҙлағанын тештәренең
Тәмлекәс тә баҫманы.
Тәм-том һорап, хәҙер шуға,
Ауыҙын да асманы.
Ҡыуышланған бар тештәрен
Теш табибы яманы.
«Серегәнен һурайыҡ, – ти, –
Кәрәге юҡ яфаның!?»
Һаҡауланды, тешһеҙ ҡалғас,
Яңылыш әйтә һүҙен.
Бына хәҙер оялыштан
Йәшерә аҫҡа күҙен.
«Сәйгә дүлт калак шәкәл, – ти, –
Туңдылманы ялатам!»
Аңламағас, уны йәлләп,
Ҡатыҡ алып ялатам.
Шәрбәттәрҙең һәр ҡайһыһын
Ашаны һанһыҙ әүәл.
Исемләп һорай ҙа алмай
Булмағас теше теүәл.
Бынан ары Тәмлетамаҡ
Шәрбәттәргә ҡарамай.
Тыңлай табип кәңәштәрен:
«Тәм-том артыҡ ярамай.
Емеш-еләк йәшелсәлә
Витамин шәп ғәләмәт.
Тәмлекәсте аҙ ашаһаң
Тешең булыр сәләмәт!»