+23 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
21 Января 2021, 06:05

ӨЛӘСӘЙ БАЛАҪТАРЫ

Роза Ғәббәсова. Архангел районы Тәүәкәс ауылы

Өләсәйем балаҫ бәйләй,
Йәйғор төҫлө буйҙары.
Ә иҙәндә һикерешеп
Бейейҙәр йомғаҡтары.
Тота-тота йомҒаҡтарҙы
Ейәне унда уйнай,
Ә үҙе ныҡ шатланып
Йәйғорҙарҙан ул буйлай.
Читайте нас