+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
21 Ғинуар 2021, 23:00

БИШЕК ЙЫРЫ

Миләүшә Ғайфуллина

Йоҡла, ҡыҙым, йом күҙең,
Минең бәхет йондоҙом.
Күбәләгем, еләгем,
Һөйөүемдең бүләге.

Ҡояш та батты инде,
Ҡаҙҙар ҙа ҡайтты инде.
Бәпкәләр ҙә ояла,
Томан - аҡһыл быяла.

Ел дә иҫмәй - йоҡлаған,
Ҡошсоҡтар күптән тынған.
Йоҡла, ҡыҙым, күҙ алмам,
Бишегеңдән күҙ алмам.

Күктә йондоҙ ҡабынды,
Ҡыҙым юрған ябынды.
Йомшаҡ айыуын ҡосоп,
Тәмле йоҡоға талды.

Йоҡлай урмандар, ҡырҙар,
Йоҡлай малайҙар, ҡыҙҙар.
Тирбәлә ер бишеге,
Асыҡ төштәр ишеге.
Читайте нас: