+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
1 Ғинуар 2021, 10:50

Баязит БИКБАЙ

Ҡыш бабай, йәшел санағаПар аттар егеп,Буран туҙҙырып далала,Әй, килә елеп.Башында осло аҡ бүрек,Өҫтөндә аҡ тун,Ауыҙ йырып килә көлөп,Күңелле ҡарт ул!

Йәшел санаға һалған ул
Уйынсыҡ аттар,
Алма, туп, маймыл, күбәләк,
Ҡаҙ, самолёттар...
Ҡуяндар аптырап ҡала,
Юлдарға сығып:
- Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,
Шул һынлы сабып?
Читайте нас: