-2 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
1 Января 2021, 06:50

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

ҠАРҺЫЛЫУНәҡ Ағиҙел боҙо һымаҡ,Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр.Толомдарым ебәк төҫлө,Мине Ҡарһылыу тиҙәр.Керпектәремә ҡуна лаЙылмая аҡ йондоҙҙар.Мине ҡәрҙәшендәй тояБар малайҙар, бар ҡыҙҙар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хатта уҫал кейектәр ҙә
Яҡын дуҫы күрәләр.
Һәр көн улар, сәләм биреп,
Минең янға киләләр.
- Ҡарһылыуым, - тип Ҡыш бабай
Үҙемде бик ярата,
Минең менән йыуана ла
Һағышын да тарата.
Үҙемде бик ярата.
Читайте нас