ҠУШЫМТА:
Ап-аҡ ҡарҙар, ап-аҡ нурҙар,
Яуа-яуа ҡыш килә,
Ҡарҙар яуған ҡыш айында
Беҙгә Яңы йыл килә.
Аҡ ҡына ла ҡар бөртөгө
Сафлыҡ бөркә еремә.
Яуһын, яуһын ап-аҡ ҡарҙар,
Шатлыҡ булып илемә.
ҠУШЫМТА:
Ҡарҙар яуған ҡышҡы айҙар
Миҙгелдәрҙә бер килә.
Шау-гөр килгән матур байрам
Яңы йыл да бер генә.
ҠУШЫМТА ШУЛ УҠ