ЭНӘЛЕКӘЙ-ШЫРШЫҠАЙ
Энәлекәй-шыршыҡайҙы
Көтөп алам йыл һайын,
Яңы йылдың байрамына,
Декабрҙә, ҡыш айы.
Ултыртамын шыршыҡайҙы
Өй түренә ҡәҙерләп.
Ҡыш бабайым килгәненсә
Биҙәп ҡуям әҙерләп.
Теүәл сәғәт ун икелә,
Ҡабындырам шәмдәрен.
Яңы йылда балҡып торор
Ем-ем янған йәмдәре.
ӘҘЕРЛӘНӘМ ЯҢЫ ЙЫЛҒА
Йәшел генә шыршыҡайға
Уйынсыҡтар эләмен.
Тиҙҙән Яңы йыл килә, тип,
Эй, шатланам, көләмен.
Тәҙрәләргә ҡар бөртөгөн
Үҙем эшләп ҡуямын.
Ал, зәңгәргә, ҡыҙыл төҫкә
Матур итеп буяйым.
Әҙерләнәм Яңы йылға,
Шиғыр һөйләп өйрәндем.
Биҙәп бөткәс, бейей-бейей
Шыршыҡайҙы өйрөлдөм.