-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
17 Декабрь 2020, 19:40
ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВАКБАЙ МЕНӘН МАНСАРҠарға әйтә: “Ҡар! Ҡар!Ҡар яуа, — ти, — ҡар, ҡар!Шундай матур көндә,Тауҙа шыуа Мансар”. Аҡбай өрә: “Һау! Һау!Ниндәй бейек тау, тау.Донъя булһын ап-аҡ,Ҡар мулыраҡ яу, яу!” Ҡарға әйтә: “Ҡар! ҠарТау шыуырға бар, бар!Тауҙа күңел асаАҡбай менән Мансар”.
* * *
Быйма кейеп, сана алып,
Мин сығып киттем тышҡа.
“Әйҙә тауға барайыҡ”, — тип
Өндәштем Марат дуҫҡа.
Тауға барғас, дуҫым менән
Беҙ ҡар бабай яһаныҡ.
Ә асыҡҡас, ҡар бабайҙың
Туң кишерен ашаныҡ.
* * *
Ҡарға төштө ҡарға,
Күкте ерҙән ҡарарға.
“Ҡар! Ҡар!” — килә ҡарға,
Эҙҙәр яһап ҡарға.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде