+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
15 Декабрь 2020, 17:05

ҠЫҘЫҠ УЙЫН

Ҡабат-ҡабат ҡабатланды,Бик ҡыҙыҡ бит был уйын.Тик нисек өйгә ҡайтырға?Кейем еүеш, эй, ҡыйын... Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

ҠЫҘЫҠ УЙЫН
Ҡар уйнатып тауҙан аҫҡа
Осто еңел саналар.
Ҡолап ҡалған хужалары
Ҡыуып арттан “сабалар”.
Тик тоттормай “тимер аттар”
Етеҙ еләләр түбән,
Малай-ҡыҙҙар өймәкләшеп
Шыуа китеп мөккибән.
Тәгәрләшеп епшек ҡарға
Төштөләр йырып көрттө.
Ә саналар, ҡар аҫтында,
Боҫоп хужаһын көттө.
Ҡабат-ҡабат ҡабатланды,
Бик ҡыҙыҡ бит был уйын.
Тик нисек өйгә ҡайтырға?
Кейем еүеш, эй, ҡыйын...
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Читайте нас: