+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
15 Декабрь 2020, 17:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ШАЯН БЕСӘЙ БАЛАҺЫ Ғаяздың бесәйе шаян,Ҡушаматы ла — Шаян.Йөн йомғаҡты туп итә,Уйнап, сеймәлтеп бөтә.Һыулап йомшаҡ тәпәйҙәрен,Көн дә таҙарта битен,Ҡалдырмай ҡолаҡтың артын,Ҡупшылай ҡойроҡ ситен.Тәмле һөткәйҙе һемерә,Ҡыҫып ҡына күҙҙәрен.Сысҡандар ҙа беләләр шул,Уның ниндәй икәнен.Бесәйҙе уратып алып,Мыйығын тартҡылайҙар.Улай-былай йүгерешеп,Табанын ҡытыҡлайҙар....Күҙҙәрендә ут тоҡана,Ҡолаҡтарын ҡарпайта,Һунарға әҙерләнә лә —Сысҡанды тотоп ҡайта.Зөһрә БӘШӘРОВА, уҡытыусы.Әбйәлил районы Ташбулат ауылы.

АЛАБАЙ
Алабай — уҫал көсөк шул,
Өйгә йоҙаҡ кәрәкмәй.
Сапсына, өрә, ырылдай,
Берәүҙе лә индермәй.
МУЙЫНСА
- Ҡыҙым, һары муйынса,
Кемдәр теҙҙе, Гөлниса?
- Йомарт Көҙһылыу апай,
Егәрле, емешкә бай.
Зөһрә БӘШӘРОВА, уҡытыусы.
Әбйәлил районы Ташбулат ауылы.
Читайте нас: