+33 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
6 Декабря 2020, 07:20

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Һуҡмаҡ ҡайҙа?Бөгөн беҙҙең өй алдынаАп-аҡ булып ҡар яуған.Кисә йөрөгән таҡыр һуҡмаҡӘллә ҡайҙа юғалған. Наил сыҡҡан көрәк тотоп,Тирләп-бешеп ҡар көрәй.Аҡбай уның тирәһендәҠойроғон болғап йөрөй. Наил һөйләнә Аҡбайға:«Тик йөрөмә, эшлә, – ти. –Һуҡмағыбыҙ ҡайҙа булған?Әйҙә еҫкә, эҙлә, – ти. – Табайыҡ та таҙартайыҡ,Булһын әйҙә тап-таҡыр.Оҙаҡламай шул һуҡмаҡтанАтайым эштән ҡайтыр».Рауил ШАММАС.

Читайте нас