+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Ноябрь 2020, 12:05

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

МОТОРҺЫҘ ҺЫЙЫР — Тиҙ генә һыйырҙы апҡайт,Ул үҙе ҡайтыры юҡ.— Ул нисек тиҙ ҡайтһын, әсәй,Уның бит моторы юҡ! ЕРҘӘН СЫҠҠАН САЛЮТТАР Роза сәскәләрен күргәс,Зилә ярһып ҡысҡырған:— Өләсәй, ҡара, күпме салютЕрҙән үҙҙәре сыҡҡан!Риф МИФТАХОВ.

ТРАКТОР — АТ
Һабанға егелгән атты
Күреп ҡалғас Искәндәр:
— Ғәжәп, — тине, — һүрәтселәр
Атты трактор иткәндәр?..
БАТЫР БУЛАТ
Етәкләшеп килгәндә,
Алдарына бер бесәй
Сыҡты ла туҡтап ҡалды,
Бер яҡҡа ла китешмәй..
Булат был саҡ өләсәйгә
Ҡалалманы йәшенмәй,
Ә бит үҙе бирешмәй:
— Булмай бит, — ти, — өләсәй
Йәш бесәйгә юл бирмәй.
Читайте нас: